Көҙгө-ҡышҡы осор башланыу айҡанлы боҙ өҫтөндә, мейес һәм электр йылытыу приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ!

Мейестең һәм төтөн юлының төҙөклөгөн мотлаҡ тикшереп торорға, ремонтларға һәм ҡоромдан таҙартырға, ярылған урындарын балсыҡ-ҡом ҡатнашмаһы менән һыларға, ҡыйыҡта мөрйәне аҡларға кәрәк. Өс айға бер тапҡыр мейестең төтөн юлдарын йыйылған ҡоромдан таҙартыу мөһим.Мейесте яҡҡанда хәүефһеҙлек йәһәтенән түбәндәге талаптарҙы иҫтә тоторға кәрәк: мейес һәм башҡа йылытыу ҡорамалдары янында янғынға ҡаршы бүлемдәр (отступ), шулай уҡ мейес алдында ағас иҙәндә 50х70 см ҙурлыҡта тимер киҫәге булырға тейеш.

Йылытҡыс электр көнкүреш приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләре:
— электр селтәренә тоташтырылған көнкүреш приборҙарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ;
— электр үткәргестең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ, боҙоҡ электр приборҙарынан, электр розеткаларынан файҙаланмағыҙ;
— электр приборҙарын завод инструкциялары талаптарына ярашлы фвйҙаланығыҙ;
— бер электр розеткаһына бер юлы бер нисә электр приборын тоташтырмағыҙ, электр селтәренә көс төшәсәк;
— асыҡ ут сығанаҡтарынан (шәм, шырпы) файҙаланыу зарурлығы барлыҡҡа килгән осраҡта һаҡ булығыҙ;
— электр приборҙары өҫтөндә кейем киптермәгеҙ һәм башҡа төрлө янып китеүсән материалдар ҡуймағыҙ.
Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, йортоғоҙҙо, мөлкәтегеҙҙе янғындан һаҡлап ҡала алырһығыҙ.
Ут тоҡанып китеүҙе һәм һөҙөмтәлә янғын сығыуҙы, кешеләрҙең үлемен һәм матди зыянды булдырмау өсөн һәм автоном янғын тураһында хәбәр итеү яйланмаһын урынлаштырыу зарур, ул төтөн еҫен һиҙә һәм ныҡ итеп һыҙғыра башлай.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Янғындың сәбәптәре төрлө, ә бында берәү генә ғәйепле — янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәгән кеше. Тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәмәүҙә ғәйеплеләр, янғындарҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүенә бәйле рәүештә закон тәртибендә яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Меры предосор и правилаТонкий ледpechnoe-otoplenie

Запись опубликована в рубрике Решение Совета. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.